Өфө хосписы бөгөн тыуған көнөн билдәләне. Ошо уңайҙан учреждение асылғандан эшләгән бер төркөм хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде. Ике шәфҡәт туташы Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы исеменә лайыҡ булды. Улар араһында Шишмә районынан баш ҡалаға йөрөп эшләгән медицина бригадаһы ла бар. Өс тиҫтә йыллап хеҙмәт стажын тултырған белгестәр Өфө хосписында эшләүҙе һөнәри бурыс итеп һанай.
Өфө хосписының тыуған көнө менән Радий Хәбиров та тәбрикләне. Республика башлығы объектың ил кимәлендә әһәмиәтле булыуын билдәләне. Учреждение, ғөмүмән, 60 урынға иҫәпләнгән, өлкәндәр бүлексәһендә 40, балаларҙыҡында 20 палата. Шарттар өйҙәге һымаҡ, ә хеҙмәткәрҙәр һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға, күңел йылыһы менән бүлешергә әҙер.