Троицк ҡалаһында «Рәсүлев уҡыуҙары: Рәсәй тарихында һәм хәҙерге тормошонда ислам» конференцияһы үтте

Троицк ҡалаһында «Рәсүлев уҡыуҙары: Рәсәй тарихында һәм хәҙерге тормошонда ислам» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Унда Рәсәйҙең 17 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 900-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.

Конференицияның пленар өлөшөндә Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер сығыш яһаны. Ул алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәргә ярҙам иткән барлыҡ руханиҙарға рәхмәт әйтеп, төбәктәге бөтә сиркәүҙәр һәм мәсеттәр гуманитар йөк йыйыу үҙәктәренә әйләнеүен билдәләне. Махсус хәрби операция башланғас, мосолмандар һәм православие динендәгеләр бергә хеҙмәт итә. Ә бөгөн төрлө конфессия вәкилдәре Троицк ҡалаһында йыйылып, бындай берләшмәнең мөһимлеген тикшерҙе. Быйылғы «Рәсүлев уҡыуҙары» Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды.

«Рәсүлев уҡыуҙары» Көньяҡ Уралда инде 14 йыл үткәрелә. Конференция барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар, хәрби-техник ярҙам күрһәткән руханиҙарға наградалар тапшырылды. Пленар ултырыштан һуң эш алты тематик секция буйынса дауам итте. Ҡатнашыусылар күп милләтле Рәсәйҙә татыулыҡты һәм этномәҙәни үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу тәжрибәһен тикшерҙе. Зәйнулла Рәсүлевтың мираҫы өлкәһендәге тикшеренеүҙәр айырым блоктытәшкил итте. Конференцияны бай мәҙәни программа тамамланы. Ҡунаҡтарға көнсығыш менән көнбайыштың цивилизацион диалогы темаһына арналған «Бөйөк ебәк юлы» күләмле музыкаль-әҙәби композицияһы тәҡдим ителде.