Башҡортостан дәүләт хеҙмәте академияһында тыңлаусыларға дипломдар тапшырылды

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте. «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» һәм «Персонал менән кадрҙар эшен ойоштороу» программалары буйынса 33 белгес белемен камиллаштырған. Республиканың төрлө ведомстволарында эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәр менән бергә, махсус хәрби операция ветераны ла диплом алды. Академияның 4 айлыҡ курсын шулай уҡ 5 яугир ҡатыны ла тамамлаған.