Мәләүез районында халыҡ йырҙарына арналған фестиваль үтте

«Нөгөш буйҡайҙары аҡ томан». Мәләүез районында уҙған халыҡ йырҙарын башҡарыусылар фестивале шулай тип аталды. Мәҙәни сара республика район-ҡалаларынан биш тиҫтәләп ижади коллективты бергә йыйҙы. Йәмәғәт эшмәкәре Инсаф Сәлихов башланғысында ойошторолған конкурс быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолдо.

Йыр сәнғәте өлкәһендә яңы исемдәр асыҡлауға йүнәлтелгән сара юғары рухи күтәренкелектә үтте. Фестиваль майҙанында урындағы ҡул эштәре оҫталары күргәҙмәһе эшләне. Килгән халыҡҡа шулай уҡ Мәләүез районы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етештергән экологик таҙа продукция тәҡдим ителде.