Владимир Путин хәрби бәрелеш ветераны статусы тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Махсус хәрби операция барышында 2022 йылдың 24 февраленән Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында хеҙмәт иткәндәр ошондай статус ала. Уны шулай уҡ 2022 йылдың 30 сентябренән Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә хәрби бурысын үтәгән яугирҙар алырға хоҡуҡлы. Хеҙмәт мөҙҙәте алты айҙан да кәм булмаҫҡа тейеш. Ҡанун тексы менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин.