Башҡортостан һөт продукцияһы экспортын арттырҙы

Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. Йыл башынан сит илдәргә 7 мең тоннаға яҡын һөт ризығы сығарылған.  Исемлектә төп урында ҡоро һөт, ҡымыҙ һәм эркет тора. Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстанға 5 мең ярым тоннанан ашыу ҡымыҙ оҙатылған. Был эсемлек Үзбәкстан, Беларусь һәм Әрмәнстанға ла йыш ебәрелә. Шулай уҡ Ҡытай һәм Сербия беҙҙең рспубликаның һөт продукцияһын ала.  Башҡортостан 2030 йылға тиклем экспортты 70 процентҡа арттырырға ниәтләй.