Башҡортостан Киров өлкәһе менән хеҙмәттәшлеген нығыта

Екатеринбургта “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Киров өлкәһе губернаторы Александр Соколов имзаланы. -Төбәк ара сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, сәнәғәт йүнәлештәрендә хеҙмәттәшлекте үҫетереү ҡарала. Был килешеүҙең потенциалы ҙур, тине Радий Хәбиров.