Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың телмәр һәм һөйләшеү һәләтен үҫтереүгә арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Үҙенсәлекле малай-ҡыҙҙар менән эшләүсе белгестәрҙе «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» һәм Өфө хосписы хәйриә фондтарының попечитилдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова сәләмләне.
350 кешене берләштергән форумда психолог, логопед, дефектолог һәм башҡалар һөйләшеү, аралашыу һәләте менән ҡатмарлыҡтар кисергән балалар менән һөҙөмтәле эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.«Һөйөклө бала» абилитация үҙәгендә балалар өсөн социаль проект президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған. Уға ярашлы үҙәктә 170 балаға бушлай ярҙам күрһәтелгән, ата-әсәләр менән консультациялар ойошторолған.