Иглин районы аша үткән М-5 «Урал» федераль трассаһында яңы юл буйы сервисы объекты барлыҡҡа киләсәк

Инвестор уны төҙөүгә 58 миллион һум аҡса йүнәлткән. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, әле был өлкәлә дөйөм күләме 12 миллиард һумлыҡ 200-гә яҡын инвестиция проекты эшкә алынған. Уларҙың 59-ы өҫтөнлөклө статусына эйә булған. Радий Хәбиров шулай уҡ 2021 йылдан алып, республикала Юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһы ғәмәлгә ингәне бирле, Башҡортостанда 2 меңдән ашыу объект асылыуы һәм яңыртылыуын иҫкә төшөрөп үткән. Властар планына ярашлы, 2030 йылға тиклем республика буйынса тағы ла 2000 юл буйы сервисы объектын төҙөү һәм төҙөкләндереү күҙаллана.