Салауат районының Мөрсәлим ауылында яңы янғын һүндереү часы сафҡа индерелде. Ул Башҡортостан башлығының ҡушыуы буйынса барлыҡҡа килгән. Был объектты асыуҙы һорап Радий Хәбировҡа төнъяҡ-көнсығыш районы халҡы мөрәжәғәт иткән. Ошоға тиклем тораҡ пунктта янғын хәүефһеҙлеген ауыл кешеләренән төҙөлгән халыҡ дружинаһы тәьмин иткән. Мөрсәлим ауылында асылған яңы бүлексәлә БЮТ ижади төркөмө лә булды.
Янғын сыҡҡанда иҫәп минуттар менән түгел, секундтар менән һанала. Хеҙмәткәрҙәр хәбәр алыу менән өҫ кейемдәрен махсус экипировкаға алмаштыра һәм ваҡиға урынына юллана.
Әлбиттә был яңы бүлексәне һынау күнекмәһе генә. Әммә ысынбарлыҡтағы көндәлек хеҙмәт тә бер яғы менән дә айырылмай. Янғын һүндереүселәрҙең тиҙлегенә халыҡтың хәүефһеҙлеге, кеше ғүмерҙәре бәйле. Мөрсәлим ауылында яңы часть асылғандан һуң янғын урынына барып етеү ваҡыты күпкә ҡыҫҡарған. Ошоға тиклем ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда ҡотҡарыусыларҙы 50 километр алыҫлыҡта ятҡан Малаяҙ ауылынан көтөргә тура килгән. Мөрсәлимдәр проблеманы хәл итеүҙе һорап Башҡортостан башлығына мөрәжәғәт иткән.
Янғын һүндереү бүлексәһе тиҫтәгә яҡын ауылды хеҙмәтләндерә. Штат 15 кешенән тора. Уларҙың күбеһе Мөрсәлим ауылы кешеләре. Бында эш өсөн дә, ял итеп алырға ла уңайлы шарттар тыуҙырылған. Хеҙмәткәрҙәр араһында янғын часы командиры Руслан Шаһиморатов та бар. Тап уның улы Максим «Теләктәр шыршыһы» акцияһында ҡатнашып Республика башлығынан бүләк алған. Радий Хәбиров церебраль фалиж менәр яфаланған малайға робот трансформер бүләк итә, эш кабинетына экскурсия ойоштора, уның кесе туғандарына ла бүләктәр тапшыра. Бөгөн Максим атаһынның эш урынына экскурсияға килгән.
Янғын һүндереүселәр ҡарамағында таулы-урманлы зонала йөрөрлөк ҡеүәтле техника. Шулай уҡ бүлексә заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
Тәүге эш көнөндә үк янғын һүндереүселәр Первомайский ауылындағы йортта утты һүндерә. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Шулай уҡ асыҡ майҙанда сыҡҡан ут менән көрәшергә тура килә.
Әлеге мәлдә техника ваҡытлыса пневмокаркаслы ангар ҡыйығы аҫтында урынлаштырылған. Киләсәктә ауылға ингән урында заманса янғын һүндереү депоһы төҙөлөр тип көтөлә. Был эшмәкәрлекте тағы ла камиллаштыру мөмкинлеген бирәсәк.
Рәмзиә Кәримова