Башҡортостан башлығы креатив индустрияны үҫтереүгә 25 миллион һум грант бүлеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт ярҙамы, үҫеш юлдары, көнүҙәк проблемалар хаҡында һүҙ бөгөн креатив индустриялар сәғәтендә барҙы. Республика башлығы уҙғарған осрашыу йәмәғәт туҡланыуы учреждениеларына- кафе-ресторандар эшмәкәрлеген үҫтереүгә арналды. Башҡортостанда «Ашау фест» гастрономия фестивале уҙғарыла, кадрҙар әҙерләгән һөнәри уҡыу йорттарының матди-техник базаһы камиллаштырыла, конкурстар ойошторола. Был осрашыу ошо өлкәләлә эшләүселәрҙе борсоған һорауҙарҙы асыҡларға, хәл итеү юлдарын билдәләргә тейәш, тине Радий Хәбиров.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар араһында билдәле кафе-ресторандар селтәре хужалары ла, тиҙ туҡланыу урындарын ойоштороусылар ҙа бар. Улар кадрҙар мәсьәләһенә иғтибарҙы арттырыуҙы, хәләл туҡландырыу йүнәлешен үҫтереүҙе, ил кимәлендәге һөнәри конкурстарҙы республикаға йәлеп итеүҙе һораны. Шулай уҡ йәйге террасалар төҙөү менән бәйле проблемалар ҙа ҡаралды. Өфө ҡала хакимиәте белгестәре әйтеүенсә, был тәңгәлдә тәү сиратта объекттың хәүефһеҙ булыуы, кешеләргә ҡамасауламауы мотлаҡ. Радий Хәбиров креатив индустрия өлкәһендә эшләгәндәр өсөн 25 миллион һум грант биреләсәген дә билдәләне. Аҡсаны саралар ойоштороуға ла, белем алыуға ла тотонорға мөмкин.