Өфөлә яраланып ҡайтҡан яугирҙар өсөн протездар эшләнә

Ватан һаҡсыларын хәстәрләп. Өфөлә Мәскәү протез етештереү предпритяиеһы филиалында алғы һыҙыҡтан ҡаты яраланып ҡайтҡан ир-егеттәр өсөн протездар эшләнә. Ҡеүәтле предприятие йылына 8 мең пар юғары сифатлы протез-ортопедик аяҡ кейеме, 1200 аяҡ протезы, 400 ҡул протезы һәм йөҙләгән корсет-бандаждар сығара. Мөмкинлектәре сикләнгән инвалидтарға реабилитация үтеү өсөн ойошмала стационар ойошторолған. Бында пациенттар протез ҡуйҙырып, массаж, ЛФК, физиотерапия үтә ала. Махсус хәрби операция ветераны Руслан Дәүләтов та компанияла аяғына протез ҡуйҙырған.

Башҡортостанда яугирҙар өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Алғы һыҙыҡта яраланып аяҡ-ҡулдарын юғалтҡан, контузияланған яҡташтарыбыҙҙың һәр береһенә ярҙам күрһәтеү маҡсаты тора. Реабилитация саралары, эшкә урынлаштырыу, ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе.