Улар республикала һөт продукцияһын етештереү күләмен 15 мең тоннаға арттырырға булышлыҡ бирәсәк. Вице-премьер-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Стәрлетамаҡ районында төҙөлгән “Калинин” һөт комплексы илдә иң ҙуры була. Унда 3 мең ярым һауын һыйыр аҫрау ҡарала.