Өфөлә Жилин ауылында яңы объекттар сафҡа инә

Унда  500-ҙән ашыу уҡыусыға иҫәпләнгән яңы мәктәп һәм 156 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөү ҡарала. 2030 йылға бында яңы торлаҡ кварталдары барлыҡҡа килә. Төҙөлөш майҙаны 133 мең квадратҡа тиклем киңәйтелә. Шулай уҡ Жилинда поликлиника, сауҙа үҙәге, дарыухана, китапхана, кинотеатр, мәсет һәм башҡа объекттар төҙөү планлаштырыла.