Уны “Беҙҙең балалар” фонды һәм "Малидак" командаһы ойоштора. Спорт байрамында ҡатнашыу өсөн алдан теркәлергә кәрәк. 1, 5 һәм 10 километрға йүгерергә була. Ҡыҙ һәм малайҙар өсөн уйын, конкурс һәм бәйгеләр ҡаралған. Улар шулай уҡ старт һыҙығына баҫа ала. Сара баш ҡаланың “Радуга” шифаханаһы янында үтә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән социаль селтәрҙә танышырға мөмкин. Хәйриә марафоны барышында тупланған аҡса сирле балаларҙы дауалауға йүнәлтелә.