“Салауат Юлаев” хоккей командаһы етәкселәренең исемлеге иғлан ителде

Баш тренер вазифаһында Виктор Козлов ҡала. Уның штабында тағы дүрт белгес була. Николай Цулыгин һаҡсылар һәм аҙсылыҡта уйнау өсөн яуаплы була. Дмитрий Мезенцев ҡапҡасылар менән эшләй, шулай уҡ Владимир Потапов һәм Евгений Бирюков ярҙам итәләр. Француз белгесе Адриан Вальво физик әҙерлек буйынса тренер вазифаһын башҡара.