Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә юл яҡшыра. Үткән йылдарҙа «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса Дзержинский, Благовар, Рига, Нехаев һәм Ауыл кисеүе урамдары комплекслы ремонтланһа, быйыл юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса муниципаль контрактта ярашлы, Силикат урамында асфальт япмаһын яңыртыу планлаштырылған. Объекттың дөйөм оҙонлоғо 650 метр. Әле подрядсы ойошма асфальт-бетон япманың аҫҡы ҡатламын һала башлаған. Артабан тротуарҙарҙың өҫкө ҡатламын ҡороу һәм юл ситен нығытыу бурысы тора.
Был саралар юл япмаһының сифатын яҡшыртып, йәйәүлеләр һәм автотранспорт хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Дөйөм алғанда, быйыл милли проект буйынса Башҡортостанда 280 километр оҙонлоҡтағы юл селтәрен ремонтлау күҙаллана. 83 участка норматив хәлгә килтереләсәк. Улар-Өфө-Инйәр-Белорет, Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск, Магнитогорск- Ира, Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе, Белорет-Учалы-Мейәс һәм башҡа юлдар.