Башҡортостанда 1 сентябргә тиклем 35 мәктәптә капиталь ремонт эштәре теүәлләнәсәк

Башҡортостанда 1 сентябргә тиклем 35 мәктәптә капиталь ремонт эштәре теүәлләнәсәк. Был белем усаҡтары федераль программа буйынса 2024 йылда уҡ төҙөкләндерелә башлағайны. Ремонт эштәре күп башҡарылған төбәк иҫәбенә Бөрө районы инә. Бында 11 уҡыу йорто яңыртыла. Шуларҙың өсәүһе-ҡалала, ҡалғандары ауылда. Бер муниципалитетта ғына шул тиклем күп мәктәп тәүге тапҡыр ремонтлана. Был эштәргә яҡынса ярты миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.

Яңы мебель, яңы парталар, ултырғыстар, методик әҙәбиәт өсөн мебель һатып алынған, шулай уҡ физика кабинеты өсөн ҡорамалдар яңыртылған.

Марина Панкова, Силантьев ауылы мәктәбе директоры

Бөгөн объекттар буйынса төҙөлөш әҙерлеге 95 проценттан ашыу. тәшкил итә. Яҡынса бер ай ярым ваҡыт эсендә был мәктәптәрҙә подрядсылар территорияны төҙөкләндереү менән шөғолләнәсәк. Һәм 1 сентябрҙән уҡыусылар яңыртылған кластарҙа белем ала башлаясаҡ.