Әле төҙөүселәр бинаның фасадын һүтә, өҫтәмә йылытыу сараларын ҡарай. Музейҙың эсен дә тышын да яңыртыу-тәҙрәләрен һәм ҡыйығын алыштырыу, бүлмәләрҙе ремонтау эштәре күҙаллана. Музей хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, бинала күптән ремонт талап ителгән. Түшәмдән һыу аҡҡан, ҡыш һыуыҡ булған. Мәҙәни учреждение вәкилдәре реконструкциянан һуң музей танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк, тигән фекерҙә.