Йылайыр районында 82 йәшлек Сәғирә Солтанова бесәнселәр ярышында барыһын да таң ҡалдырған. Таллыҡ яланындағы «Бесән туйы»н Ҡашҡар һәм Ҡәнзәфәр ауыл биләмәләре ойошторған. Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов үҙенең сәхифәһендә яҙыуынса, әле бесән бешкән ваҡыт. Борондан килгән йолаларҙы иҫләп, бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп йәшәйек. Егеттәребеҙ ил һағынан иҫән-һау ҡайтһын. Беҙҙең ошолай берҙәмлек саралары үткәрә алыуҙа уларҙың өлөшө ҙур«,-тигән Борис Мелкоедов.
82 йәшлек Сәғирә Солтанова ярышта иң олоһо булһа ла һынатмай. Ойоштороусылар уны, иң өлкән бәйгесе булараҡ, махсус приз менән бүләкләй. Хеҙмәт ветераны 8 бала әсәһе, ире менән алты ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ярышҡа ул ғүмер буйы үҙе бесән сапҡан салғы менән килгән. Һуңғы тапҡыр уны ҡулына утыҙ йыл самаһы элек тотҡан булған.