«Әр-Рәхим йәмиғ мәсете ҡыйығының өс кимәлен монтажлау, көмбәҙ-манараларҙы биҙәкләү эштәре тамамланған. Артабан мәсет бинаһын плиткә менән көпләү һәм башҡа мөһим бурыстар тора. Бөгөн дини объекттағы төҙөлөш барышын Башҡортостан башлығы ҡараны. Радий Хәбиров эш сифатын тикшерҙе, алдағы пландар менән танышты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.
Хәҙер мәсет манаралары алыҫтан уҡ күренеп, балҡып тора. Улар Грецинан килтерелгән ап-аҡ мәрмәр плитәләр менән көпләп ҡуйылған. Көмбәҙ менән манаралар ғына түгел, ҡыйыҡ та әҙер. Бында махус йылытыу ҡоролмаһы урынлаштырылған. Йәғни ҡыш өҫкә менеп ҡар ташларға түгел, ул иреп ағып төшәсәк.
Мәсеттә заманса төҙөлөш материалдары, яңы технологиялар ҡулланыла. Объектта сағыу ҡояш нурҙарынан һаҡлаған махсус быяла пакеттары ҡуйыла. Элекке тәҙрәләр ярылып бөткән һәм яраҡһыҙ хәлгә килгән, уларҙы алмаштырыу талап ителгән. Республика башлығы мәсеттең төп фасадына ҡуйыласаҡ ҙур форматлы керамик гранит өлгөләрен дә ҡараны.
Өфөлә «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсетен төҙөү 2006 йылда уҡ башлана. Эш төрлө инвесторҙар тарафынан алып барыла һәм күп ваҡыт туҡтап тора. Дини объект төҙөлөшөнә 2 йыл элек кенә яңы һулыш өрөлә. Радий Хәбиров эште тегеҙеү буйынса кәңәшмә үткәреп, комплекслы тикшереү бурысын ҡуя. Белгестәр мәсеттең торошон баһалай, проект документтарны яңырта. Үткән йылдың апрелендә төҙөлөш эштәре яңынан башлана.
Төҙөлөш эштәре менән бер рәттән эргә-тирәләге биләмәне тәртипкә килтереү бурысы тора. Шулай уҡ ерҙе нығтыу эштәре үткәреү ҙә талап ителә.
Өфөгә ингән ерҙә ҡалҡыулыҡта урынлашҡан Әр- рәхим мәсетенең дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метрҙан ашыу, көмбәҙҙең бейекле 46 метр, ә манараларҙың һәр береһе 77 метр бейеклектә, әле уларҙы биҙәкләү тамамланған. Йыл аҙағына тиклем мәсеттең тышҡы биҙәкләү эштәрен һәм тәҙрәләрҙе ҡуйып бөтөү ҡарала. Был үҙ сиратында ҡышҡы миҙгелгә йылытыу селтәренә тоташыу һәм эске эштәргә тотоноу мөмкинлеге бирә.
Рәмзиә Кәримова