Башҡортостан хәрбиҙәре Курск өлкәһендә НАТО техникаһын ҡулға төшөргән. Американың «Хаммер»ын яугирҙарыбыҙ Горналь ауылына ингән ваҡытта утҡа тотҡан. Ҡиммәтле көнбайыш трофейын БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов барып күрҙе.
Ҡуйы ағас араһына йәшерелгән техниканы табыуы еңелдән түгел. Америкала етештерелгән «Хаммер» хәҙер трофей сифатында Башҡортостан яугирҙары ҡарамағында. Әлбиттә, яҡташтарыбыҙ бындай табышҡа осраҡлы ғына юлыҡмаған. Уларҙың юғары әҙерлеге, ҡыйыулығы һәм хәрби оҫталығы һөҙөмтәһендә дошман техникаһы ҡулға төшөрөлгән.
Башҡортостан вәкилдәренән төҙөлгән 12 лә 20 мобилизацияланғандар полкы Пензала комплектланғандан һуң Купянск йүнәлешендә урынлаша, ә һуңынан Курск өлкәһенә күсерелә. Бында яҡташтарыбыҙ дрондарҙың теүәл һөжүме менән дошмандың бронетехникаларын һәм тере көстәрен юҡ итә, ротацияһын өҙә. Яугирҙар әйтеүенсә, ҡулға төшөрөлгән «Хамер» яҡшы хәлдә. Уның ҡеүәтле двигателе теүәл эшләй, ә кузовы әллә ни ныҡ зыян күрмәгән.
Ватандаштарыбыҙ тарафынан ҡулға төшөрөлгән НАТО техникалары бының менән сикләнмәй. Һәр уңышлы һөжүм яугирҙарыбыҙҙың рухын күтәрә, тимәк, дошманды еңеүгә тағы ла бер аҙым яҡынайта. Был осраҡ йәнә Рәсәй армияһының ҡеүәтен һәм Башҡортостан яугирҙарының батырлығын иҫбатлай.
Илдар Байбулатов