Ишембай районы Алмалы ауылының 100 йыллығы билдәләнде. Байрамға республиканың төрлө район-ҡалаларынан һәм сит төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтар йыйылды. Сара ҡунаҡтары өсөн концерт ҡуйылды. Шулай уҡ сәхнәлә хеҙмәт ветерандары һәм өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде. Өлкән йәштәгеләр билдәләүенсә, бер быуатлыҡ тарихы булған ауыл йылдан-йыл күркәмләнә. Байрамға әҙерлек барышында ла өмәләр ойошторолоп, урам-ихаталар төҙөкләндерелгән.
Байрамдан олоһо ла кесеһе лә ихлас ҡатнашты. Мәҙәниәт йорто эргәһендә балалар өсөн төрлө конкурс-уйындар уҙғарылһа, ауыл килендәре ҡаҙанда былау бешереп, ҡунаҡтарҙы һыйланы.