Иглин районында юл-транспорт ваҡиғаһында үлем осрағы теркәлгән. М-5 федераль трассаһында «СУЗУКИ» һәм «МАН» йөк машинаһы бәрелешкән. Еңел автомобилгә 54 йәшлек ир идара иткән булған. Дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, инормарка билдәһеҙ сәбәп менән ҡаршы һыҙатҡа сыға. Бәрелеш һөҙөмтәһендә водитель үлемесле яралана. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.