Өфөлә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһәенә юлланды. Ике аҙналыҡ ялдан һуң контрактсыларҙы-төбәктең иң һәләтле хәрби подразделениеларының береһе хәрбиҙәрен алғы һыҙыҡҡа тантаналы оҙатыу митингы үтте. Хәрбиҙәрҙе оҙатырға туғандары, яҡындары һәм рәсми вәкилдәр килде.Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов: «Башҡортостан» полкы-республикабыҙ ғорурлығы. Полк гвардия исемен йөрөтә, яугирҙары батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек өлгөһө, ә икәүһенә хәрби батырлығы өсөн Рәсәй Геройы исеме бирелгән.
Яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялды ғаиләләре, балалары һәм туғандары менән үткәргән, халыҡсан сараларҙа ҡатнашҡан, мәктәп уҡыусылары менән осрашҡан. Ир-егеттәр көс туплап яңынан ватанды һаҡларға Донбассҡа юл ала. Улар яуҙаштарына кәрәкле ҡорамалдар һәм күстәнәстәр ҙә тейәгән. Ә яҡындарының теләге бер: батырҙарыбыҙ тыуған ергә Еңеү менән имен-һау ҡайтһындар.