Республикала федераль проект буйынса 24 парк төҙөкләндерелә

 Улар “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы тәртипкә килтерелә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан ошо турала белдерәләр. 2019 йылдан 2024 йылға тиклем 800-ҙән ашыу йәмәғәт биләмәһе яңыртылған. Быйыл Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән 7 проект буйынса эш башҡарыла. Шул иҫәптән Баймаҡ һәм Учалы ҡалаларында 2 парк төҙөкләндерелә. Өфөлә Ленин исемендәге паркта ремонт бара. Ул былтыр төҙөкләндереүгә сығарылған объекттар араһында иң күп тауыш тупланы. Был баҡсаны яңыртыуҙы 44 меңдән ашыу кеше хуплаған.