«Стәрлетамаҡ Рәсәй һыуы» экология акцияһына ҡушылды

Стәрлетамаҡ Рәсәй һыуы»экология акцияһына ҡушылды. Ҡалала йәшәүселәр Ағиҙел йылғаһы буйын таҙартырға сыҡты. Сарала предприятие-ойошма хеҙмәткәрҙәре лә, уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа ҡатнашты. Таҙа мөхит һағына баҫыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.

Тәбиғәт ҡосағында ташлап кителгән быяла шешәләр айырыуса хәүефле, улар кешенең аяҡ-ҡулын йәрәхәтләргә лә, урман янғындарына килтереүе лә мөмкин. Бәләкәй генә быяла ярсығы ла ҡояшҡа ҡыҙып ут сығарыуы ихтимал. Пластик һауыттар иһә ер ҡуйынында йылдар буйы серемәй ята. Йәғни, һәр сүп-сар тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтерә. Беҙ тәбиғәттә ял итергә яратабыҙ, әммә уның хаҡында хәстәрлек күрергә онотабыҙ, ти Стәрлетамаҡ урман хужалығы инженеры Нурсилә Мөхәмәтйәнова.

Йәшел ҡалҡан һағында торған урмансылар тәбиғәттең ҡәҙерен яҡшы белә. Шуға күрә лә улар экология акцияларынан ситтә ҡалмай. Ағиҙел буйын сүп-сарҙан таҙартыуға ла урмансылар күмәкләп ҡушылған.

«Рәсәй һыуы»акцияһында йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Улар араһында өлкән быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә, балалар ҙа бар. Иң ҙур коллектив Стәрлетамаҡ нефть-химия заводынан килгән. Тирә-яҡ мөхиттең таҙалығы һәр беребеҙҙән тора. Ял итеүселәр арттарынан йыйыштырып китһә йылға буйы, ағастар араһы сүп-сарға күмелмәҫ ине, ти улар.

Экология акцияһында ҡатнашыусылар араһында мәктәп уҡытыусылары ла, уҡыусылар ҙа бар. Стәрлетамаҡ ҡалаһының социаль селтәрендәге иғланды күреп килдек, ти улар. Акцияла кешенең күп булыуы һөҙөмтәһеҙ ҡалманы. Улар бер сәғәт ваҡыт эсендә йылға буйынан йөҙ тоҡҡа яҡын сүп-сар йыйып та алды.

Рәмзиә Кәримова