Башҡортостан колледждарында ғаризалар һаны ҡырҡа артыуы күҙәтелә

Башҡортостан колледждарында ғаризалар һаны ҡырҡа артыуы күҙәтелә. Ҡабул итеү кампанияһың тәүге ике аҙнаһын ғына алайыҡ, уҙған йыл менән сағыштырғанда, ул яҡынса 14 процентҡа әүҙемерәк үткән. Был, тәү сиратта, сығарылыш синыф уҡыусылары араһында урта һөнәри белемгә ихтыяж артыуын күрһәтә. Абиутриенттар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.

Юғары уҡыу йорттарында ғына түгел, урта һөнәри белем биреү учреждениеларында ла иртәнге сәғәттәрҙән алып абитуриенттарҙан сират. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан, хатта, сит төбәктәрҙән дә уҡырға инергә теләүселәр күп. Өфө күп профилле һөнәри колледжында ғына бөгөнгө датаға 800-ән ашыу ғариза ҡабул ителгән, уҙған йыл менән сағыштырғанда, күрһәткестең артыуы күҙәтелә. Тимәк, конкурс та күпкә юғары булыуы ихтимал.

Урта махсус уҡыу йортонда 9-сы синыфты тамамлаған абитуриенттар өсөн 450 бюджет урын бүленгән. Мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреү, мәғлүмәт системалары менән программалау, дизайн, ашнаҡсы, кондитер һәм башҡа йүнәлештәр тәҡдим ителә. Былтыр бер урынға 15 кеше дәғүә иткән.

2023 йылда күп профилле һөнәри колледж»Профессионалитет»программаһының педагогика кластеры буйынса яңыртылып заманса төҫ ала. Федераль грант ярҙамында 13 оҫтахана ойошторола. Шул уҡ мәғлүмәт технологиялары йүнәлеше буйынса уҡырға инеүселәр бына ошондай уңайлы шарттарҙа белем аласаҡ. Өс компьютер класы булдырылған.

Яңы уҡыу йылына республика колледждарында 24 меңгә яҡын бюджет урыны ҡаралған. Иң күп өлөшө инженер-техник йүнәлештәргә бүленгән. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә юғары ихтыяж һаҡлана. Өфө медицина колледжында»дауалау эше«,»шәфҡәт туташы эше»йүнәлештәре айырыуса популяр булыуы билдәле.

Урта һөнәри белем биреү учреждениеһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары өсөн айырым квота булдырылған. Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә уҡытыу программалары бар.

Республика урта махсус уҡыу йорттарына документтар 15 августҡа тиклем ҡабул ителә, буш урындар ҡалған осраҡта ноябрь аҙағына тиклем уҡырға инергә мөмкин.

Гөлназ Хәйбуллина