Башҡортостанда етем балалар өсөн ойошма һәм приюттар яңыртыла

Башҡортостанда етем балалар өсөн ойошма һәм приюттар яңыртыла. Улар ярым стационар хеҙмәтләндереү формаһындағы учреждениеларға үҙгәртелә. Хеҙмәткәрҙәр ата-әсәләргә һәм уларҙы тәрбиәгә алған балаларға ярҙам итә-тәрбиә процесында кәңәштәр бирә, оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтар үткәрә, даими бәйләнештә тора һәм торлаҡ алыуға сиратҡа баҫыр өсөн документтар әҙерләүҙә ярҙам итә. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Буш ваҡыты булыу менән Владимир Теплов Максим менән домино уйнай һәм йыш ҡына тәрбиәләнеүсегә хаталарын аңлата. Улар фажиғәле осраҡтан һуң бер-береһенә тартылып, дуҫлашып китә. Ике йыл элек Максим дауаханаға эләккән әсәһен юғалта.Уны апаһы тәрбиәгә ала, әммә егет уға баш бирмәй. Малайҙың балалар йортона эләгеүе ихтималлығын аңлап,ағаһы Владимир уны опекаға ала.

Беҙ уртаҡ тел табырбыҙ тип уйлайым, мин уның ағаһы һәм йәшкә лә олораҡмын.Быйыл ҡустым Иглин ауылы мәктәбендә белем алды.Ул яҡшы билдәләргә өлгәште, тырышып уҡыны, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Владимир Теплов

Ағайыма мунса төҙөшәсәкмен, баҡса эштәрендә ярҙамлашам, ҡыш ҡар көрәйем. Туғыҙынсы класты уңышлы тамамланым..

Максим Теплов

Владимир Тепловтың туғандары уны һәр яҡшы башланғысын хуплай. Социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә ярҙам итә. Үҫмер менән аралаша, уны аңлай.

Андрей Ямичин да үҙ йортон тапҡан. Дүрт йәшендә әсәһе гүр эйәһе булған. Артабан ул өләсәһендә тәрбиәләнгән. Былтыр ул да вафат булғандан һуң, ғаилә дуҫтары Ольга Хлебникова Андрейҙың хәлен аңлап,тәрбиәгә алған.

Балалар ҙа бер төптән Андрейҙы үҙ ғаиләбеҙга тәрбиәгә алырға ризалашты.

Ольга Хлебникова

Өләсәйемде юғалтыу ныҡ ауыр булды Депрессиянан сығыу өсөн айҙан ашыу ваҡыт кәрәк булды, үҙемдән башҡа бер кемдең дә миңә ярҙам итмәйәсәген аңланым.

Андрей Ямичин

Социаль хеҙмәткәрҙәр үҫмергә лә уның яңы ғаиләһенә лә ярҙам ҡулы һуҙа. Семен Андреевич Адрейға асыуын еңергә ярҙам итә, өй шарттарында ла күнегеүҙәр эшләү мөмкинлеген күрһәтә.Ауыр мәлдәрҙә иһә улар юридик консультациялар ала.

Хоҡуҡ белгестәре беҙҙең менән бик етди эшләй. Беҙҙә ата-әсәләрҙе алмаштырыусы клуб та бар.Унда ата-әсәләр бер-береһе менән аралаша һәм тәжрибә уртаҡлаша ала.Беҙҙең менән кураторҙар эшләй, унда бик күп ҡыҙыҡлы һылтанмалар бар.

Ольга Хлебникова

Иглин районында йәшәүселәргә Өфөнөң ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре етәкселек итә. Учреждениены ярым стационар форматта эшләй. Бында Сибай, Нуриман, Иглин, Благовар, Шишмә, Өфө һәм Хәйбулла райондарынан булған етем балаларҙы һәм уларҙың яңы ата-әсәләрен оҙатыу буйынса пилот проекты ғәмәлгә ашырыла.

Әлеге ваҡытта республикала алмаштырыусы ғаиләне оҙатыу моделе юҡ һәм тап был учреждение ошондай пилот проекты булып тора. Бында 39 бала булған.

Ольга Шахова, Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ғаилә сәйәсәте идаралығы етәксеһе

Шулай итеп, Башҡортостанда мөһим бурыстарҙы үҙ яуаплылығына алған яңы республика социаль учреждениеһы барлыҡҡа килә.

Беҙҙең бурыс-балаларға ғаиләгә яраҡлашырға, ата-әсәләргә яңы бәйләнеш булдырырға ярҙам итеү Етемдәр һаны ҡабаттан артмаһын, балалар йәшәү өсөн уңайлы булған ғаиләлә тәрбиәләнһен, ата-әсәләр уларға үҫеш, мөхәббәт, иғтибар һәм хәстәрлек бирә алһын.

Наталья Казбан, Өфө ҡалаһының ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге директоры

Социаль учреждение Өфөнөң географик үҙәгендә, Октябрь проспектындағы адресын үҙгәртә, сөнки бинала капиталь ремонт уҙғарыласаҡ.Башҡортостанда биш йыл дауамында балалар приюттары яңырыу кисерә. Улар үҙгәртеп ҡорола сөнки унда бәлиғ булмағандар кәмей бара. Республикала ҡалған туғандарына йәки башҡа яҡындарына етемдәрҙе уллыҡҡа алырға ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһы лә эшләнелә. Ошо маҡсаттта йыл һайын социаль хеҙмәткәрҙәр һигеҙ меңдән ашыу ғаиләгә ярҙам итә.

Гүзәл Борханова