Радий Хәбиров Бөрөлә «Спектр» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөрөлә «Спектр» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты. Эш сәфәре сиктәрендә төбәк етәксеһе балалар уйынсыҡтарын етештереү производствоһын ҡараны. 1988 йылда асылған заводта канцелярия тауарҙары, уйынсыҡтар, ижад һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн ҡоролмалар етештерелә. Предприятиеға республика тарафынан ярҙам күрһәтелә. Һуңғы биш йылда цехтарға производство ҡоролмаларын һатып алыу өсөн 600 млн һумдан ашыу субсидия бүленгән. Көн тәртибендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә күсмә «Сәнәғәт сәғәте» үткәрелде. Ултырышта төбәктә балалар уйынсыҡтарын етештереү индустрияһын үҫтереү, тармаҡ предприятиеларына дәүләт ярҙамын арттырыу һорауҙары ҡаралды.

Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө лә үтте. Төбәктә матур йолаға әйләнгән байрам Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса 2019 йылдан уҙғарыла. Бөрө ҡалаһының Октябрь майҙанында уҙған сарала ҡул эштәре күргәҙмәһе, бай йөкмәткеле концерт, коляскалар парады ойошторолдо. Радий Хәбиров «Ҡатын -ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» һәм Өфө хосписы хәйриә фондтарының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова менән Изге Петр Һәм Феврония һәйкәленә сәскә һалды. Ғаилә ҡиммәттәрен данлаусы скульптура Октябрь майҙанында былтыр асылды. Ҙур байрамда ҡатнашыусылар илһөйәрлек күргәҙмәһе менән танышып Изге Троицк ҡорамы алдында Еңеү өсөн ғибәҙәт ҡылды. Байрамда төбәк башлығы оҙаҡ йылдар татыу ғүмер иткән ишле ғаиләләргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Өлгөлө ғаиләләр «Герой әсә» ордены, «Ата-әсәлек даны» ордены, «Әсәлек даны» миҙалдары менән бүләкләнде.