Төбәктә матур йолаға әйләнгән байрам Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса 2019 йылдан уҙғарыла. Бөрө ҡалаһының Октябрь майҙанында уҙған сарала илһөйәрлек күргәҙмәһе, бай йөкмәткеле концерт, коляскалар парады ойошторолдо. Радий Хәбиров «Ҡатын -ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» һәм Өфө хосписы хәйриә фондтарының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова менән Изге Петр Һәм Феврония һәйкәленә сәскә һалды.Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Оҙаҡ йылдар татыу ғүмер иткән ғаиләләр сәхнә үҙәгендә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан дәүләт наградалары тапшырҙы. Өлгөлө парҙар «Ата-әсәй даны» ордены, гүзәл заттар «Әсәлек даны» ордендары менән бүләкләнде.
Бөрөнөң Октябрь майҙанында йыйылған ғаиләләрҙе берләштергән вальс сағыу тамашаға әйләнде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тормош иптәше менән вальсҡа ҡушылды.
Кескәй ҡунаҡтар коляскалар парадында яһалма транспорт өлгөләрен күрәһәтте. Илһөйәрлек күргәҙмәһе, бай йөкмәткеле концерт программаһы ғаилә байрамына йәм өҫтәне. Төбәк етәксеһе ҡунаҡтар менән Изге Петр һәм Феврония һәйкәленә сәскә һалды. Ҙур байрамда ҡатнашыусылар Изге Троицк ҡорамы алдында Еңеү өсөн ғибәҙәт ҡылды.
Бөрөнөң Октябрь майҙанында ойошторолған сара ҡала кимәлендә генә түгел, инде бер нисә йыл республика кимәлендә үтә. Урындағы халыҡ һәм башҡа төбәктәрҙән йыйылған ҡунаҡтар яҡын кешеләре, туғандары, дуҫтары менән был майҙансыҡта рухи көс туплап, изге байрамды билдәләне.
Флорида Ким