Рәсәйҙә хәрби комиссариатҡа йәшәү урынын алмаштырыу тураһында мәғлүмәтте хәбәр итмәгән өсөн штраф суммаһы арттырылды. Быға тиклем 1 меңдән 5 мең һумғаса түләргә тура килһә, хәҙер штраф күләме 10 меңдән 20 мең һумғаса еткерелде. Үҙгәрештәргә ярашлы, рәсми теркәү үтмәгән осраҡта йәшәү урынын алмаштырыу тураһында мәғлүмәт билдәләнгән ваҡытта хәрби комиссариатҡа хәбәр ителергә тейеш. Административ яуаплылылыҡ ҡаралған.