Өфөнөң заманса сәнғәт музейында рәссам Екатерина Васильконың «Беҙ бергә» картиналар күргәҙмәһе асылды. Залда авторҙың 40-яҡын ижад емеше ҡуйылған. Екатерина Василько физик мөмкинлеге сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан өйҙә генә бикләнеп ултырмай, әсәһе менән республика буйлап сәйәхәт итә, картинала яҙа, ҡул эштәре менән шөғөлләнә. «Беҙ бергә» күргәҙмәһендә ҡуйылған ижад емештәре араһында сағыу буяҙар менән эшләнеп алыҫтан балҡып торғандары ла, һоро төҫтәгеләре лә бар. Был картиналар тормош сағылышы, донъя шатлыҡлы һәм һағышлы мәлдәрҙән тора, ти Екатерина Василько. Сара авторҙың дуҫтары ярҙамында ойошторолған.
Екатеринаның күргәҙмәһен Мәскәүҙә лә ойошторорға мөмкин, авторҙың ижад емештәре үҙенсәлекле, ул төрлө темаларға мөрәжәғәт итә. Икенсенән Екатерина Василько үҙе көслө рух өлгөһө булып тора. Сарала аукцияон да ойошторолған, картиналар һатыуҙан килгән аҡсаны талантлы рәссам буяуҙар һатып алыу һәм ижадын киңәйтеү өсөн тотона.