«Салауат Юлаев» клубы Континенталь хоккей лигаһының 3х3 чемпионатында алтын миҙал яуланы! Руслан Сөләймәнов тәрбиәләнеүселәре финалда «Аҡ Барс» хоккейсыларынан өҫтөнөрәк булды. Иң тәүҙә юлаевсылар ярымфиналда Силәбенең «Трактор»ын 4-2 иҫәбе менән еңде. Шайбаларҙы Никита Щитов менән Эдуард Ғиматов индерҙе. Финалда яҡташтарыбыҙға ҡаршы Ҡазан командаһы уйнаны. Төп ваҡыт 1-1 иҫәбе менән тамамланды. Буллиттар серияһында Илдус Сөләймәнов юлаевсыларға 2-1 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Шулай итеп Башҡортостан командаһы чемпион исеменә лайыҡ булды. Әйткндәй, халыҡ-ара чемпионаттың тәүге миҙгелендә 8 команда ҡатнашты. Даими чемпионат йомғаҡтары буйынса һәр дивизиондан өсәр иң яҡшы команда Суперфиналға сыҡты. Турнир һөҙөмтәһендә буйынса «Салауат Юлаев» алтын, «Аҡ Барс» көмөш «Трактор» бронза миҙал менән бүләкләнде.