Өфө районында «Нөрлө-трофи» фестивале үтте

Автоспорт һөйөүсөләр Өфө районына йыйылды. Нөрлө ауылы эргәһендәге майҙанда «Нөрлө-трофи» фестивале үтте. Үҙенсәлекле һәм экстремаль ярышта илдең төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.

Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикалары, Пермь крайынан килгән экипаждар юлһыҙ ерҙәр буйынса уҙышта ҡатнашты. Улар үҙҙәренең ҡеүәтле техникаһында тәрән ярҙар, батҡаҡлы соҡорҙар, һаҙлыҡтар буйлап тиҙлеккә үтте. Ярыштар ике локацияла ойошторолдо. Тәүгеһендә экипаждар ҡулса режимында махсус түңәрәк буйынса йөрөнө, икенсеһендә төнгө GPS-йүнәлеш билдәләү буйынса ярышты. Экипаждар араһында еңеүселәрҙе билдәләү тәүлектән ашыу барҙы.