Салауат мәғдән ятҡылығында геологик разведка йәмәғәт контроле аҫтында үтә

Бөтә эш асыҡ һәм законға ярашлы башҡарылырға тейеш. Әбйәлил районының Салауат мәғдән ятҡылығы биләмәһендә геологик разведка урынында йәмәғәт күҙәтеү советы ағзалары һәм эксперттар булды. Улар «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең геологик разведка эшмәкәрлеге менән танышты. Шул уҡ ваҡытта проектты тормошҡа ашырыу барышы, инвестор тарафынан барлыҡ килешеүҙәрҙең теүәл үтәлеше республика етәкселеге контроленә алынды.

Геологик разведка эштәрен башлар алдынан мотлаҡ инструктаж. Яуаплы эш йәмәғәт күҙәтеүселәре контроле аҫтында үтә. Күҙәтеү советына район халҡы, депутаттар, урындағы власть вәкилдәре, ветерандар йәлеп ителгән. «Салауат» яуаплығы сикләнгән йәмғитәтең эшмәкәрлеген күҙәтеү советы Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағында ойошторолған.

Йәмәғәт күҙәтеүселәре производство майҙансығында тәү башлап геологик разведка скважинаһына барҙы. Бында техник рекультивация буйынса эш башланған да инде. Эшселәр тау байыҡтырыу өлгөләрен һайлап алып лабораторияға оҙата. Шул уҡ ваҡытта подрядсы ойошма майҙанды тәртипкә килтерергә бурыслы.

Биләмәлә баҡыр ятҡылығы совет осоронда уҡ табылған, әммә уҙған быуатта майҙанды эшкәртеү кисектерелеп тора. Әле белгестәр ер аҫтындағы баҡыр ниндәй күләмдә икәнен аңлау өсөн разведка ойоштора.

Геологик разведка 2027 йыл аҙағына тамамлана. Ятҡылыҡта баҡыр мәғдәне запастары раҫланған осраҡта был урында тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлөшө планлаштырылған. Ул ил кимәлендәге заманса һәм экологик комплекстарҙың береһе буласаҡ. Инвестициялар күләме-40 миллиард һум. Урындағы халыҡ өсөн мең ярымдан ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Район ҡаҙнаһына һалым түләнә, шулай уҡ муниципалитетта күләмле социаль программа тормошҡа ашырыу ҡаралған.

Компания эшмәкәрлеге менән таныштырыу маҡсатында Әбйәлил районының ете ауыл биләмәһендә проект презентацияһы уҙғарылған. Шулай уҡ муниципалитетта йәшәүселәр өсөн Силәбеләге тау-байыҡтырыу комбинатына сәнәғәт турҙары ойошторолған. Яңыраҡ ҡына Асҡарҙа предприятиеның офисы ла асылғайны. Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышып, баҡырҙы геологик разведкалау эштәрен контролгә алды. Барлыҡ ҡануни нормалар үтәлергә тейешлеге билдәләнде.

Тәбиғәтте һаҡлау буйынса саралар комплексы тормошҡа ашырыласаҡ. Һыу әйләнеше буйынса ябыҡ цикл файҙаланыу ҡаралған, бынан тыш, урындағы һыу ятҡылыҡтарына балыҡ ебәрелә. Әлегә Салауат мәғдән ятҡылығы биләмәһендә флора һәм фауна донъяһы тикшерелә. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан тормошҡа ашырылған проект буйынса Әбйәлил районында бер төркөм биологтар эшләй. Биләмәнең картографик материалы туплана.

Ялан тикшеренеүҙәренә республиканың төрлө учреждениеларынан биш белгес йәлеп ителгән. Улар флора менән бергә, Салауат мәғдән ятҡылығы биләмәһенең фауна донъяһын да айырым иғтибарға ала.

Әлегә эш башланып ҡына тора. Шулай ҙа Салауат мәғдән ятҡылығы биләмәһенең флора һәм фауна донъяһына бәйле яҡынса һығымталар яһалған да инде. Дөйөм ғилми хеҙмәт миҙгел аҙағында айырым бер материал булып сығыр тип көтөлә. Әгәр ятҡылыҡты эшкәртеү һәм инфраструктура биләмәһендә Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәр һәм хайуандар булһа, уларҙың ҡотҡарыу буйынса саралар күреләсәк.