Яңауыл ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙар өсөн кейем тегә

Улар махсус хәрби опеарция биләмәһенә 20 комплект оҙатҡан. Республика менән идара итеү үҙәгенән ошо турала белдерәләр. Хәрби маскировка халаттары, бандана һәм башҡа әйберҙәр “Яңауыл” ҡушаматлы һалдаттың үтенесе буйынса әҙерләнгән. Ул хәрби  берләшмәләрҙең береһендә хеҙмәт итә. Кейемдәрҙең күп өлөшөн ирекмән Ирина Хәбирова теккән. “Заказдар күп. Яугирҙарҙың яҡындары, ялға ҡайтҡан һалдаттар беҙгә даими килә. Ил һаҡсыларына ярҙам итә алыуыбыҙға шатбыҙ. Еңеү өсөн бергәләп тырышабыҙ”, - тип белдерә волонтер.