Сержант Евгений Телепнёв “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнаша

Махсус хәрби операция яугиры фекеренсә, уның тәжрибәһе һәм етәкселек итеү оҫталығы халыҡ өсөн дә файҙалы буласаҡ. “Верник” ҡушаматлы яугир фронтта һауа-десант дивизияһында хеҙмәт итә. Алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡыйыулығы “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, 4-се дәрәжә Георгий тәреһе һәм башҡа наградалар менән баһаланған. “Башҡортостан геройҙары” проектында ҡатнашыусыларға остаздар беркетелә.  Республика етәксеһе уларҙы әүҙемерәк булырға саҡырҙы. Радий Хәбиров - Оскар Ситдиҡовтың остазы. “Проектта 2 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Ил төбәктәренән дә ҡушылдылар", - тине Башҡортостан башлығы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров проектта ҡатнашыусыларҙы уҡытыу барышын контролдә тотасағы тураһында белдерҙе.