Шүлгәнташ мәмерйәһе халыҡ-ара статус алып «Юнеско»ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде

Шүлгәнташ мәмерйәһе халыҡ-ара статус алып «Юнеско»ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был статусты республика өсөн тарихи ваҡиға тип атаны.

«Шүлгәнташ» мәмерйәһе Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Ул тәүтормош кешеләре сәнғәте ҡомартҡыһы, Көньяҡ Уралдағы иң ҙур һәм иң матур мәмерйә тип иҫәпләнә. Шүлгәнташ доломит, гипс кеүек тау тоҡомдарынан тора һәм палеолит дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеһенең петроглифтары, йәғни ҡая һүрәттәре аша билдәле. Улар таш быуат кешеләре тарафынан 15 мең йыл элек төшөрөлгән. Мәмерйә диуарҙарында мамонт, ат, бизон һүрәттәрен күрергә мөмкин. Был һүрәттәр рәсми рәүештә Александр Рюмин тарафынан 1959 йылда асылған. Мәмерйәнең тәрәнлеге 30 метр тирәһе, өйрәнелгән оҙонлоғо 3 километрға яҡын. Шүлгәнташтың халыҡ-ара статус алыуы ғалимдарҙың йылдан дауамындағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе, тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Был йүнәлештәге эшмәкәрлек артабан да дауам итәсәк. Киләсәктә Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау шихандарына, Воскресенск баҡыр иретеү заводына халыҡ-ара статусты алыу буйынса әҙерлек бара. Республика «Юнеско» комитеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, был эшмәкәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирә, тине Радий Хәбиров июндә Ғафури районында Юнеско эштәре буйынса комиссияның яуаплы секретары Александр Алимов менән осрашыуҙа.

Шүлгәнташ мәмерйәһендәге тәүтормош кешеләренең ташҡа төшөрөлгән һүрәттәрен Юнеско исемлегенә индереүгә әҙерлек оҙайлы ваҡыт барған. Музей-ҡурсаулыҡ булдырылған, заманса музей комплексы төҙөлгән, мәмерйәнең торошон мониторинглау системаһы индерелгән, туристик маршруттар асылған. Ғалимдар иһә Шүлгәнташ мәмерйәһе буйынса номинацион досье туплаған. Ул милли ҡомартҡы менән бәйле 3 томлыҡ мәғлүмәтте үҙ эсенә ала. Юнеско эксперттары әҙерләнгән документтарҙың сифатын һәм объектты һаҡлау буйынса тырышлыҡты юғары баһалаған.