Бөгөн ватан һаҡсылары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә Донбасҡа юлланды. Үҙәкләштерелгән оҙатыу тантанаһы ғәҙәттәгесә «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте.
Хәрбиҙәр көтөп алған ялын башлыса яҡындары янында үткәргән, күптәре көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән, диңгеҙ буйын ялға барып килеүселәр ҙә булған. Тантаналы сараға яугирҙарҙың яҡындары, власть һәм командование вәкилдәре килгән. Ҡайһы берәүҙәр өсөн был хәрби хәрәкәт зонаһына беренсе командировка. Уларҙы алда көс, сыҙамлыҡ һәм еңеү рухы талап иткән яңы этап көтә.
Билдәле булыуынса, республикала йәшәүселәр хәрби хеҙмәткәрҙәргә даими ярҙам күрһәтә. Аҙыҡ-түлек, кейем, техника, дрондар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән төбәктән даими рәүештә гуманитар конвойҙар ойошторола. Әлбиттә, ватан һаҡсылары тураһында хәстәрлек яуапһыҙ ҡалмай. Махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 13 яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған.