Уҙған ял көндәрендә Башҡортостан йылға-күлдәрендә 12 кеше батып үлгән

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостан йылға-күлдәрендә 12 кеше батып үлгән. Һәләк булғандарҙың барыһы ла һыу инергә рөхсәт ителмәгән пляждарҙа ял иткән. Фажиғәле хәлдәрҙең береһе Салауат районы Лағыр ауылында теркәлгән.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграмм-каналында хәбәр итеүенсә, ике ҡатын Әй йылғаһы буйлап катамаранда йөҙә. Бер мәл уларҙың береһе һыуға ҡолап төшөп, бата башлай, икенсеһе уны ҡотҡарырға ташлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһе лә йылға төбәнә китә. Уларҙың береһенә -70, икенсеһенә-41 йәш була.

Шулай уҡ ял көнөндә шаһиттар Ҡалтасы районының Үрге Тиктәм ауылының урындағы быуаһынан 28 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған. Дүртөйлө районында ҡотҡарыусылар Ағиҙел йылғаһынан 14 йәшлек малайҙың кәүҙәһенә юлыҡҡан. Борай районы Вострецов ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһынан шаһиттар 14 йәшлек ҡыҙын ҡотҡарырға маташҡанда батып үлгән 41 йәшлек ирҙе сығарған. Баланың кәүҙәһе әле табылмаған, эҙләү дауам итә. Һәр ваҡиға буйынса оператив-тикшереү саралары күрелә.