Радий Хәбиров почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Был дата йыл һайын июлдең икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә.

«Һанлы технологиялар йылдам үҫешкән дәүерҙә почта элемтәһе элеккесә миллионлаған кеше өсөн хеҙмәттәрҙең ҙур теҙмәһен тәьмин итеүсе мөһим социаль институт булып ҡала. Был айырыуса республикабыҙ өсөн мөһим, унда меңдән ашыу бүлексә эшләй, уларҙың күбеһе ауыл ерендә урынлашҡан. Улар барыһы ла көн һайын үҙҙәренең мөһим миссияһын бик яуаплы үтәй. Һеҙ хат һәм посылка ғына ташымайһығыҙ, ә Башҡортостан ауылдарында һәм ҡалаларында әүҙем тормошто ла күтәрәһегеҙ. Һеҙҙең тырыш хеҙмәтегеҙ арҡаһында халыҡ ваҡытында пенсия, пособие, гәзит-журнал, тәү кәрәк-яраҡ тауарҙары, финанс хеҙмәттәре, махсус хәрби операция яугирҙары туғандарынан һәм яҡындарынан хат һәм посылкалар ала. Һеҙгә яңы ҡаҙаныштар, пландарҙы һәм проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуығыҙҙы теләйем!» тиелә Башҡортостан башлығы ҡотлауында.