Шүлгәнташ мәмерйәһе «Юнеско»ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде

Шүлгәнташ мәмерйәһе «Юнеско»ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. Халыҡ-ара статусҡа эйә булыу тураһындағы ҡарар Парижда Юнеско ның штабында үткән 47-се сессияла иғлан ителде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был республика өсөн тарихи ваҡиға. Оҙайлы йылдар дауамында алып барылған эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе, юғары ҡаҙаныш. Был турала БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Тулҡынландырғыс мәл. Ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр «Юнеско»ның бөтә донъя мираҫы тип иғлан ителә. Шүлгәнташ Рәсәйҙән был абруйлы исемлеккә ингән 34-се объект.

«Шүлгәнташ» мәмерйәһе Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Ул тәүтормош кешеләренең сәнғәт ҡомартҡыһы, Көньяҡ Уралдағы иң ҙур һәм иң матур мәмерйә тип иҫәпләнә. Шүлгәнташ доломит, гипс кеүек тау тоҡомдарынан тора. Палеолит дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеһенең ҡая һүрәттәре яҡынса 15 мең йыл элек төшөрөлгән. Мәмерйә диуарҙарында мамонт, ат, бизон һүрәттәрен күрергә мөмкин, уларҙың һаны 200-ҙән ашыу. Ҡая һүрәттәре рәсми рәүештә Александр Рюмин тарафынан 1959 йылда асылған. Уларҙы халыҡ-ара кимәлдәге мәҙәни мираҫ итеп иҫбатлау иһә оҙайлы йылдар дауамындағы эшмәкәрлек һөҙөмтәһе, ти белгестәр.

Башҡорттарҙың данлыҡлы «Урал батыр» эпосы ла ошо ерлек, Шүлгәнташ мәмерйәһе менән бәйле. Халҡыбыҙҙың рухи гәүһәре, милли паспорты булып иҫәпләнгән был тормош асылы, йәшәү мәғәнәһе кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе сағылдыра. Эпик ҡомартҡыға 4 мең йылдан ашыу булһа, уны күсереп яҙып алыуға ғына ла бер быуаттан күберәк. Ғалимдар әйтеүенсә, Шүлгән Урал батырҙың ағаһының исеме генә түгел, уның башҡа аңлатмаһы ла бар.

Радий Хәбиров белдереүенсә, Шүлгәнташтың халыҡ-ара статус алыуы ғалимдарҙың йылдан дауамындағы фәнни эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһе. Был йүнәлештәге эшмәкәрлек артабан да дауам итәсәк. Киләсәктә Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау шихандарына, Воскресенск баҡыр иретеү заводына халыҡ-ара статусты алыу буйынса әҙерлек бара. Республика «Юнеско» комитеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, был эшмәкәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирә, тине Радий Хәбиров июндә Ғафури районында Юнеско эштәре буйынса комиссияның яуаплы секретары Александр Алимов менән осрашыуҙа.

Шүлгәнташ мәмерйәһендәге тәүтормош кешеләренең ташҡа төшөрөлгән һүрәттәрен Юнеско исемлегенә индереүгә әҙерлек оҙайлы ваҡыт барған. Музей-ҡурсаулыҡ булдырылған, заманса музей комплексы төҙөлгән, мәмерйәнең торошон мониторинглау системаһы индерелгән, туристик маршруттар асылған. Ғалимдар иһә Шүлгәнташ мәмерйәһе буйынса номинацион досье туплаған. Ул милли ҡомартҡы менән бәйле 3 томлыҡ мәғлүмәтте үҙ эсенә ала. Юнеско эксперттары әҙерләнгән документтарҙың сифатын һәм объектты һаҡлау буйынса тырышлыҡты юғары баһалаған. Ғалимдар әйтеүенсә, Шүләгәнташтың асылмаған серәҙре күп әле. Уның өйрәнелгән майҙаны 3 километрға яҡын, мәмерйәнең ҡалған өлөшө фәнни тикшеренеү талап итә.