Башҡортостанда торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләүселәр өсөн яңы проект ғәмәлгә ашырыла башлай

Башҡортостанда торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләүселәр өсөн яңы проект ғәмәлгә ашырыла башлай. Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Программа льготалы ипотека программалары бөтөрөлөүен иҫәпкә алып ҡабул ителгән.

«Башҡортостан торлағы» проектын төҙөүселәр ассоциацияһы төбәк хөкүмәте менән берлектә тормошҡа ашыра. Уның асылына килгәндә, белгестәр халыҡҡа торлаҡ һатып алыу өсөн льготалы кредитлау һәм дәүләт ярҙамы программалары тураһында тулы мәғлүмәтте бушлай бирә, иң ҡулай вариантты һайларға ярҙам итә. Был программа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн дә әҙерләнгән. 50-нән ашыу ошондай консультация үткәрелгән дә инде.