Дүртөйлөлә янғындан зыян күргән йәш ғаилә ярҙамға мохтаж

Дүртөйлө районы Тәкәрлек ауылынан Миләүшә менән Денис Умураковтар ғаиләһе янғындан һуң йортһоҙ ҡалған. 1966 йылғы торлаҡ былтыр ғына кредитҡа һатып алынған булған. Айлыҡ түләүҙәргә өҫтәп, хәҙер яңы өй төҙөлөшө өсөн дә аҡса талап ителә. Йәш ғаилә битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Ошо көндәрҙә улар икенсегә ата-әсәй ҙә булған. Янғындан зыян күреүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина осрашты

Уттан ҡалмай тиҙәр, хаҡ һүҙҙәр. Ағас йорт янғындан һуң йәшәрлек хәлдә булмай, һүтеп алырға тура килә. Ғаилә башлығы Денис Умураков 4 июнь төнөн яҡшы хәтерләй, соландан сыҡҡан тауышҡа уянып китә һәм шунда уҡ йөклө ҡатыны менән улын тышҡа алып сыға. Үҙе документтар артынан яңынан өй эсенә инә, һөҙөмтәлә өҫтөнә кәрниз килеп төшә, 31 процент тәне яна, дауаханан яңыраҡ ҡына сығарылған.

Бәләнән һуң бәхете лә оҙаҡ көттөрмәй, 1 июлдә ғаиләнең икенсе балалары-ҡыҙҙары донъяға килгән. Хәҙер йәш ата-әсә яңы маҡсаттар менән йәшәй.

Йорт эсендә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ла булған. Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, 2017 йылдан алып ҡына был прибор ярҙамында 1239 кешенең, шул иҫәптән 460 баланың ғүмере ҡотҡарылған

Күңелһеҙ осраҡтан һуң урындағы халыҡ та ғаиләгә ярҙам күрһәткән, дөйөм алғанда 55 мең һум аҡса йыйылып тапшырылған. Техника менән дә тәьмин иткәндәр.

Урындағы ауыл хужалығы предприятиеһы ла ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин итергә әҙер. Умураковтар ғаиләһе яңы йорт төҙөгән осорға унда күсенергә ризалашҡан.

Йорттоң страховкаһы булмаған. Шуға күрә ғаилә үҙ көсө менән яңы йорт төҙөргә йыйына. Әлбиттә, ярҙамға ла мохтажлыҡ ҙур. Мәрхәмәтле кешеләр экрандағы телефон һандары буйынса «Россельхозбанк»тағы иҫәпкә аҡса ебәрә ала. Әлегә йәштәр көндөҙгө сәғәттәрен тулыһынса ихаталарында уҙғара, төҙөкләндереү эштәрен алып барырға, малын да ҡарарға кәрәк. Йәйге бәләкәй генә өйҙә сабый өсөн дә урынлыҡ эшләнгән. Оло ҡайғы үткән ғаилә ҡыҙҙарына Каталея тигән асем ҡушҡан, ул «Орхидея сәскәһе» булараҡ тәржемә итә.. Тормоштары ла тиҙҙән гөл-сәскә менән тулы булыр тигән өмөттә улар...

Гөлназ Хәйбуллина