Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Ғафури районында питбайкта йөрөгән 8 йәшлек малайҙы туҡтатҡан. Ваҡиға урынына малайҙың әсәһе саҡыртылған. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, хәүефле уйынсыҡты балаға атай кеше алып биргән булған. Закон буйынса ғаиләгә 30 мең һум күләмендә штраф һалынған, транспорт сараһы махсус туҡталҡаға оҙатылған. Шулай уҡ материал бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекцияға ебәрелгән, ул балаларҙы тейешенсә тәрбиәләмәгән өсөн ата-әсәгә штраф һалырға мөмкин.
Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов балалар өсөн мототранспорт -ҙур хәүеф сығанағы булыуын иҫкә төшөргән. Мотоцикл, квадроцикл йәки мопед алыусы ата-әсәләр авариялар ихтималлығы юғары булыу сәбәпле баланы үлемгә дусар итә. Яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлағыҙ-уға мототранспорт һатып алмағыҙ! Альтернатив ял төрҙәре хәүефһеҙерәк һәм файҙалыраҡ«,-тип яҙған Владимир Севастьянов.