Республикала бер миллиондан ашыу “Алға” картаһы һатылған

Берҙәм транспорт картаһы 2019 йылда әйләнешкә индерелде. Юл йөрөүселәрҙең яртыһы уның менән иҫәпләшә. Быйыл Башҡортостанда йәшәүселәр 44 мең карта һатып алған. Ай һайын 7 мең самаһы “Алға” һатылған. “Бәхетле сәғәт” акцияһына ярашлы, пассажирҙар 28 миллион тапҡыр бер транспорттан икенсеһенә бушлай күсеп ултырған. Быйыл “Алға” картаһы менән электричкаларҙа иҫәпләшеү 1 ярым тапҡырға артҡан.