Башҡортостан боксеры халыҡ-ара ярышта алтын миҙал яулаған

Бәләбәйҙән Данис Ғабдрафиков Тажикстанда уҙған турнирҙа ҡатнашҡан. Спортсыны телеграм каналында вице-премьер Руслан Хәбибов ҡотлаған.  Ярышта Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан боксерҙары көс һынашҡан. Данис 67 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә беренселекте алған. Уның тренеры - Мария Карабанова. Турнир һөҙөмтәләре буйынса, дөйөм беренселектә  Рәсәй йыйылма командаһы беренсе урынға лайыҡ булған.