Тиҙҙән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының яңы бүлексәһе асыла

Тиҙҙән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының яңы бүлексәһе асыла. Бинаны ремонтлауҙы августа тамамларға планлаштыралар. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров хәбәр итте. Бүлексәнең Генерал Шайморатов һәйкәле эргәһендә урынлашыуы осраҡлы түгел, сөнки Совет майҙанынан яугирҙар Ватан һағына оҙатыла һәм уларҙы еңеү менән ҡаршылауыбыҙға ышанабыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Бинаның фасады ремонтланған да инде, конструкцияларҙы һүтеп алыу тамамлана, инженер коммуникациялары һалына. Әлегә беҙҙең ветерандар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре Минһажев урамы, 107 адресы буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалына мөрәжәғәт итә ала. Беҙҙең яугирҙар-хәҙер иң төп кешеләр. Һәм республика һәр ваҡыт һеҙгә ярҙам итергә әҙер, тигән республика етәксеһе.