«Өфө» аэропортында Франциянан оло еңеү менән ҡайтҡан Башҡортостан вәкилдәрен ҡаршы алдылар

Делегацияны Республиканың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре ҡаршыланы. Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин етәкселегендәге төркөм Парижда Юнесконың 47-сессияһында ҡатнашып «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә халыҡ-ара статус алды. Хәҙер данлыҡлы мәмерйәләге тәүтормош кешеләренең ҡаяға төшөргән һүрәттәре «Юнеско»ның мәҙәни мираҫы исемлегенә инә. Был ысын мәғәнәһендә тотош Башҡортостан өсөн тарихи ваҡиға, оло ҡаҙаныш. Шүлгәнташ мәмерйәһе Рәсәйҙән донъя кимәлендәге был юғары статусҡа эйә булған 34-се объект.

Шүлгәнташ мәмерйәһе ташбыуат тарихын һаҡлаған уникаль объект. Әммә уны донъя кимәлендә танытыу, халыҡ-ара статус биреү- йылдар дауамында алып барылған эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек һөҙөмтәһе. Юнесконын мәҙәни мираҫы исемлегеә инеүгә тәү сиратта донъя кимәлендәге заманса тарихи-мәҙәни музей асылыуы, мәмерйәлә реставрация үткәрелеүе, һүрәттәрҙең һаҡлау буйынса эшмәкрлек, ғилми хеҙмәткәрҙәр тарафынан мониторинг алып барылыуы, микроклиматты тикшереү буйынса ҡоролмалар ҡуйылыуы булышлыҡ итә. Башҡортостан халыҡ-ара эксперттар тарафынан ҡуйылған барлыҡ талаптарҙы ла үтәп юғары баһаға лайыҡ була.